-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 10:55

Сочиҙа Владимир Путин менән Александр Лукашенко осрашты.

Рәсәй – Белоруссия интеграцияһы быйыл хәл ителерме?

Үткән шәмбе Рәсәй Президентының Сочиҙағы резиденцияһында Владимир Путин менән Александр Лукашенко интеграция хаҡында биш сәғәттән артыҡ һөйләшеүҙәр алып барҙы. Был мөһим осрашыу Рәсәй – Белоруссия союз дәүләтенең ойошторолоуына 20 йыл тулыуға тап килде һәм ҡушылыу ысынбарлыҡ төҫөн ала башланы.
Һөйләшеүҙәрҙең анһат ҡына бармауын шул күрһәтте – ике илдең дә башлыҡтары бик арығайны. Хатта матбуғат вәкилдәре менән аралашыуға ла ваҡыт ҡалманы.
Белоруссия лидеры көн элгәре, беҙгә Рәсәйҙән арзанлы нефть, арзанлы газ кәрәкмәй, тип белдерһә лә, төп һөйләшеүҙәрҙең энергия сығанаҡтары тирәһендә барыуы билдәле. Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин белдереүенсә, яҡтар был йәһәттән фекер уртаҡлығына яҡынайған. Интеграцияның төп документтары ҡаралған һәм ҡул ҡуйыу өсөн әҙерләнгән.
Киләһе, бәлки, хәл иткес осрашыу 20 декабрҙә булыр, тип фараз ителә.
Читайте нас: