+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 10:45

Тәбиғәтте һаҡлаһаҡ, эсәр һыуыбыҙ ҙа таҙа булыр.

Быйыл беренсе тапҡыр милли проекттар эсәр һыуҙы хәстәрләй башланы.

“Экология” дәүләт проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу өсөн аҡса бүлә башланылар. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда ошо маҡсатта 4,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Әгәр проблеманың күләмен күҙ уңында тотһаҡ, ҙур аҡса түгел, ләкин эштең башланыуы мөһим. Быйыл республика ҡала һәм райондарында 29 һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөләсәк һәм иҫкеләре ремонтланасаҡ.
Дәүләкән ҡалаһында “Таҙа һыу” программаһына ярашлы төҙөлгән һыу таҙартыусы яңы станция эшләй башлаясаҡ. Объектты төҙөүгә 104 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған, әле бында һынау эштәре бара.
Читайте нас: