Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Хөкүмәттең аҙна башындағы кәңәшмәһендә “Инцидент-менеджмент” системаһының эшмәкәрлегенә анализ яһаны. Системаның эшләү тәртибе Рәсәй Президенты хакимиәте тарафынан алып барыла, республикала ул 2018 йылдың октябренән ғәмәлгә индерелгән. Система барлыҡ республика буйлап иң түбәндән алып, иң юғарыға тиклем, төрлө тармаҡтарға ҡараған проблемаларҙы, етешһеҙлектәрҙе хәл итә йәки граждандарҙың ялыуҙарын ҡәнәғәтләндереү менән шөғөлләнә
Тәүге осор бындай кампания кимәлендәге һынауҙарҙы байтаҡ кисергән түрәләр системаның уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуын, һис юғы имен-аман онотолорон фаразлағайны. Һис тә улай булманы. Система бына йылдан артыҡ уңышлы эшләй, етешһеҙлектәрҙе хәл итә, түрәләрҙе йылдамыраҡ эшләргә мәжбүрләй.
Быйыл 1 ғинуарҙан 75 меңдән ашыу ялыу ҡабул ителгән һәм хәл ителгән. Үтенестәрҙең күбеһе юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ мәсьәләләренә, транспорт хеҙмәтләндереүенә, тәбиғәтте һаҡлауға, мәғарифҡа һәм поликлиникаларҙың эшенә ҡағыла.
“Инцидент-менеджмент” эшмәкәрлеге буйынса республика Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Ике яҡлы бәйләнештең нығыныуы, ялыуҙарҙың хәл ителеүе халыҡтың властҡа ҡарата ышанысын арттыра һәм абруйын күтәрә.