-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 10:43

Тыныслыҡ яҙмышы Парижда хәл ителә.

Владимир Путин Украина президенты менән осрашты.

Шәмбе һуңғы өс йылда беренсе тапҡыр Норманд форматындағы саммитта Украиналағы хәлдәр ҡаралды. Рәсәй, Украина, Франция, Германия етәкселәре ике сәғәттән ашыу кәңәшләште һәм бынан дүрт йыл элек ҡабул ителгән “Минск килешеүҙәре”нә альтернатива юҡ, тип раҫланы. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, һөйләшеүҙәр бик көсөргәнешле барһа ла алға китеш бар. Мәҫәлән, хәрби әсирҙәрҙе ике яҡтан да яңы йылға тиклем азат итәсәктәр.
Саммит сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция президенты Эммануэль Макрон һәм Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашып һөйләшкән.
Әлбиттә, төп иғтибар үҙәгендә Владимир Путин менән Владимир Зеленский араһындағы беренсе осрашыу. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле, тип әйтергә нигеҙ бар. Рәсәй газын Украина аша Европаға ташыу мәсьәләһе буйынса тәүге һөҙөмтәләр билдәле. Яҡтар ике илдең дә мәнфәғәттәре һаҡланырға, ә Европа газды өҙлөкһөҙ алырға тейеш, тип табылған.
Владимир Путин менән Украина башлығы киләсәктә лә осрашасаҡ һәм
һөйләшеүҙәрҙе дауам итәсәк.
Читайте нас в