Парижда Норманд форматындағы һөйләшеүҙәр мәғлүмәт сараларының иғтибарында ҡалыуын дауам итә. Ике сәғәттән ашыу барған көсөргәнешле һөйләшеүҙәрҙән һуң Рәсәй, Франция, Германия, Украина лидерҙары рәсми булмаған киске ашҡа ултырған. Шул ваҡыт Германия канцлеры Ангела Меркель Владимир Путинға, һеҙ еңдегеҙ, тип иғлан иткән. Фрау Меркель был таныуын бик күңелһеҙ ҡиәфәттә белдергән.
Ысынлап та, Рәсәй Президенты Владимир Путин Париждағы һөйләшеүҙәрҙә Донбасс мәнфәғәттәрен ныҡлы яҡлай һәм бында 90-сы йылдарҙағы һымаҡ “Серебреница фажиғәһе”нең ҡабатланыуына Рәсәйҙең юл ҡуймаясағын белдерә.