+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 10:56

Яман шеште еңеүҙә ярҙам итәсәк. Республика Онкология диспансерында хирургия корпусы төҙөлә.

Яман шеште мөмкин тиклем алдараҡ асыҡлау сирленең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға мөмкинлек бирә. Шуға күрә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары сиктәрендә яңы дауаханалар төҙөү төп урындарҙың береһен алып тора.

Республика Онкология диспансерында 2017 йылда 20 мең квадрат метр майҙанлы 250 кешегә иҫәпләнгән Хирургия корпусы төкәтмәһе төҙөлә башлағайны. Төҙөлөш эштәре киләһе йыл йәй тамамланырға тейеш.
Әле бында төҙөкләндереү, биҙәү, коммуникациялар үткәреү эштәре йылдам бара. Төкәтмәлә 4 лифт, эскалаторҙар эшләйәсәк. Төкәтмәгә һыу, йылы индерелгән.
Клиника хакимиәте төҙөлөш эштәрен етди контролдә тота һәм бинаны файҙаланыуҙа тәүге һабаҡтар ала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡсалар маҡсатлы һәм отошло файҙаланыла.
Читайте нас: