-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 11:15

Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Ялғанды тик хаҡиҡәт менән генә еңергә мөмкин”. Беҙҙең Еңеүҙе шик аҫтына ҡуйырға теләүселәр бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылда Хәтер һәм дан йылын үткәреү менән бәйле “Еңеү” барлыҡ Рәсәй ойоштороу комитеты ултырышында: “Ҡайһы бер абруйлы халыҡ-ара институттарҙың нацистарҙың ҡуштандарына эйәреп, тарихта ялғанлау, яңынан яҙырға тырышыу һымаҡ ынтылыштарына ҡаршы көрәшергә кәрәк”, – тип билдәләне. Президент Европарламент резолюцияһында СССР-ҙың фашистик Германия менән бер рәткә ҡуйылыуын һәм Икенсе бөтөн донъя һуғышының башланыуы өсөн Советтар союзын ғәйепләнеүен оятһыҙ ялған, тип баһаланы.

Ойоштороу комитеты ултырышында ветерандарға хөрмәт күрһәтеү, һәйкәлдәрҙе, баҡсаларҙы төҙөкләндереү һымаҡ мөһим саралар ҡаралды.
Байрамға күп кенә илдәрҙең етәкселәре саҡырылған, Ҡыҙыл Майҙанда хәрби парад ойоштороласаҡ.
Владимир Путин билдәләүенсә, тарихта уңайлы һәм уңайһыҙ биттәр юҡ. Шуның өсөн архивтарҙы асырға һәм хаҡиҡәтте халыҡҡа еткерергә кәрәк.
Еңеү көнө яҡынлашыу менән, совет армияһы тарафынан йөҙәр меңдәрсә ҡорбан биреү иҫәбенә азат ителгән Көнсығыш Европа илдәрендә совет һалдаттары күмелгән туғандар ҡәберлектәрен мәсхәрәләү, һәйкәлдәрҙе емереү осраҡары йышыраҡ теркәлә. Был йәһәттән Австрия, Германия, Латвия, Польша, Чехия, Эстония һ.б. айырылып тора. Бындай вәхшилек үҙен мәҙәниәтле тип иҫәпләгән Европа өсөн һис тә килешмәй.
Читайте нас в