+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 11:20

Үҙ эшең бармы? Тимәк, үҙеңде үҙең ҡарайһың. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр етди ярҙамға мохтаж.

Район һәм ҡалаларҙа башлыҡтарҙың эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары эшен үтәй башлай.

Район һәм ҡалаларҙа башлыҡтарҙың эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары эшен үтәй башлай. Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән был вазифалар юҡҡа барлыҡҡа килмәне. Төбәктә ҡаҙнаға эшҡыуарҙарҙың индергән өлөшө аҙ, сөнки улар әлегә үҙҙәре лә күп түгел.
Ә милли проекттарҙа ҡаралған күп тармаҡлы эштәрҙе, эшҡыуарлыҡты үҫтермәйенсә, тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, бөгөн милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төҙөлөш төҙөкләндереү, коммуникациялар индереү һымаҡ һөнәрҙәргә мохтаж. Киләсәктә төбәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе 170 меңгә еткереү планлаштырыла. “Бәләкәй һәм кесе эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Бының өсөн Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге эшләй. Һәр аҙна һайын республика Хөкүмәтендә, һәр министрлыҡта, район һәм ҡала хакимиәттәрендә эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойошторола.
Читайте нас: