+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 05:14

Беҙҙең тәбиғәтте ситтән килеп һаҡламаясаҡтар. “Экология” милли проектын үтәү нисек ҡуйылған?

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлау өсөн 45 миллиард һумдан артығыраҡ аҡса бүленә. Әгәр проект уңышлы тормошҡа ашырылһа, 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә барлыҡ рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтар урындары юҡ ителергә һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Быйыл Башҡортостанда 16 сүп-сар полигоны таҙартылырға тейеш. Баймаҡта Семеновка алтын сығырау фабрикаһы, элекке “Өфөфимпром” туплау майҙаны ҡалдыҡтары эшкәртелә.

Быйыл Өфө районында һәм Өфө ҡалаһы эргәһендә 5,5 га майҙанды биләгән егермеләп полигон ҡалдыҡтары юҡ ителгән.
Милли проекттар ҡалдыҡтарҙы туплау ғына түгел, йыйылған сүп-сарҙы эшкәртеү мәсьәләһен дә төп урынға ҡуя. Әлеге ваҡытта Дыуан, Дүртөйлө, Благовар, Яңауыл райондарында ҡалдыҡтарҙы айырыу комплекстары проектлана.
Читайте нас: