Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин “Камаз” заводының сафҡа инеүенең 50 йыллығын билдәләүҙә ҡатнашты, эшселәр менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Эшселәр Президенттан үтеп барған йылдың иң әһәмиәтле ваҡиғаһын әйтеүен һоранылар. “Ғәҙәттәге йыл булды, ҡайһылыр фактты айырым билдәләй алмайым, уның ҡарауы, 2020 йылдағы төп ваҡиғаны әйтә алам. Беҙҙең өсөн иң әһәмиәтле ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы”, – тине ил башлығы.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы халыҡ-ара кимәлдә лә төп сараларҙың береһе буласаҡ. Рәсәй Президенты еңеү байрамына байтаҡ илдәрҙең башлыҡтарын саҡырып өлгөрҙө лә инде. Көтөлгән ҡунаҡтар араһында Ҡытай, Һиндостан, Франция, Англия, Белоруссия, Украина башлыҡтары бар. Саҡырыуҙы АҠШ президенты ыңғай ҡабул иткән, БМО генераль секретары килергә теләк белдергән.