+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 11:15

Бөгөн Рәсәй Президентын бик ауыр көн көтә. Мәскәүҙә Владимир Путин сираттағы матбуғат конференцияһы үткәрә.

Йыл һайын үткәрелгән был сара Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башланасаҡ, бөтә телеканалдарҙан күрһәтеләсәк һәм радионан тапшырыласаҡ.

Йыл һайын үткәрелгән был сара Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башланасаҡ, бөтә телеканалдарҙан күрһәтеләсәк һәм радионан тапшырыласаҡ.
Хәбәрселәр менән осрашыу башланып өлгөрмәне, матбуғат конференцияһы рекорд күрһәтеп тә өлгөрҙө. Владимир Путин менән журналистарҙың осрашыуына 2 мең самаһы хәбәрсе теркәлгән, Бер нисә мең һорау иғлан ителгән.
Ойоштороусылар, аралашыу элеккеләренән кәм бармаясаҡ (һуңғыларының береһе, мәҫәлән, 6 сәғәт самаһы дауам иткән), Рәсәй Президенты йөҙләп һорауға яуап бирәсәк, тип белдергән.
Башҡортостандан матбуғат конференцияһында 6 хәбәрсе ҡатнашасаҡ һәм һорауҙар биреп ҡараясаҡ.
Читайте нас: