-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 12:50

Жириновский тағы ла милли республикаларға ҡаршы яҫҡына. Әллә үҙенең барлығын иҫкә төшөрөргә теләнеме икән?

ЛДПР башлығы Владимир Жириновский телевизион тапшырыуҙарҙың береһендә Рәсәйҙең хәҙерге төбәктәренең бүленеше менән риза түгеллеген белдерҙе. Уныңса, йәнәһе, Рәсәй картаһында милли республикалар булырға тейеш түгел. Рәсәй өсөн хәҙерге 85 урынына 40 төбәк баштан ашҡан.

Уныңса төбәктә йәшәүселәр һаны 4 миллиондан артмаҫҡа тейеш икән. Бәй, беҙҙең Башҡортостанда 4,1 миллион кеше йәшәй. Улайға ҡалһа, 100 мең кешене республиканан айырып алып, халыҡ әҙерәк йәшәгән төбәккә ҡушырға тура киләме инде?
Күпселек халыҡ Жириновскийҙың, башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы Монголияға ҡыуырға кәрәк, тигән һүҙҙәрен онота яҙғайны инде, бына килеп, тағы бер ҡиммәтле күрһәтмә. Әллә ярҙамсылары, юлбашсылары сығыш яһар алдынан, ҡайһы республикала нисә кеше йәшәгәнен дә әйтмәйҙәрме икән?
Читайте нас: