+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 10:42

Владимир Путинды һорауҙар менән генә ҡурҡытып булмай. Украинанан килгән әрһеҙ журналист үҙе көлкөгә ҡалды.

Украин журналисы Роман Цимбалюк һәр матбуғат конференцияһында ҡатнаша һәм Рәсәй Президентын уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға тырыша. Был юлы ла шулай булды. Хәбәрсенең Кубань ерендәге танктар хаҡында иҫкә төшөрөүе булды, Президент, ниндәй танктар, 64-семе, әллә 34-ме, тип залды көлдөрҙө һәм Цимбалюк юғалып ҡалды. Хәбәрсе: “64”, – тине көс-хәл менән. Президент был юлы ла юғалып ҡалманы, был бит совет танкыһы, тип яуап бирҙе. Ысынлап та, Харьков ҡалаһында Т-64-тәр етештерелгән, ләкин һуңғы ун йылда завод ҡапҡаларынан бер генә танк сыҡҡан.

Ошо урында Президент менән элегерәк булған тура эфирҙағы ваҡиға иҫкә төшә. Өлкән генә бер пенсионер, һеҙ үҙегеҙҙең эттәрегеҙ тураһында һорашҡанды яратаһығыҙ, тип өндәшеүгә, Президент юғалып ҡалманы, минең эттәрем икәү, һеҙ ҡайһыһы тураһында һорашырға теләйһегеҙ, тип әйтеп өлгөрҙө һәм залды бер реплика менән дәррәү көлөргә мәжбүр итте.
Танктар менән бәйле яуап та Президенттың һүҙ ярышында бик ныҡ әңгәмәсе икәнлеген күрһәтте. Ә кемдәр ҡараған, күргәндер, Путин үҙенең үткер ҡарашы менән генә хәбәрсене юғалып ҡалырға мәжбүр итмәнеме икән?
Читайте нас: