Президент фекеренсә, дәүләт етерлек аҡса бүлгән, ә етәкселәр эште ойоштора белмәй. Оҙаҡламай ошо хаҡта дәүләт кимәлендә кәңәшмә буласаҡ һәм һәр төбәкте ентекләп ҡараясаҡтар.
Ә беҙҙә, Башҡортостанда, хәлдәр нисек һуң? Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл 625 миллион һум аҡса 22 ФАП төҙөүгә һәм ремонтлауға бүленгән, бынан тыш, 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ. Һәр аҙна һайын теге йәки был районда өр-яңы, заманса ФАП-тарҙың асылыуы хаҡында хәбәрҙәр килеп тора. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, яңыраҡ Йылайыр районының Анновка ауылында, Дүртөйлө районының ике ауылында ФАП-тар асылыуы хаҡында ҡыуаныслы хәбәрҙәр килде.