+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 09:40

Владимир Путин күпселек Рәсәй халҡының тормошоноң ыңғай яҡҡа үҙгәреше тойолоуына шик белдерҙе. Президент төп бурыс итеп халыҡтың килемен арттырыуҙы иҫәпләй.

Кисә Мәскәүҙә Стратегик үҫеш һәм милли проекттар үтәлеше буйынса Президент Советы ултырышы булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙың күпселек халыҡтың тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртеренә шик белдерҙе.

Кисә Мәскәүҙә Стратегик үҫеш һәм милли проекттар үтәлеше буйынса Президент Советы ултырышы булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙың күпселек халыҡтың тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртеренә шик белдерҙе.
Дәүләт башлығының ысынбарлыҡты асып һалыуы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса барлыҡ эштәрҙе яңынан ҡарарға, баһаларҙы үҙгәртергә һәм дөрөҫөн һөйләргә мәжбүр итә. Фекер өйрәнеү йомғаҡтары шул хаҡта һөйләй, сентябрҙә яуап биреүселәрҙең 30 проценттан ашыуы милли проекттар хаҡында бер нәмә лә белмәгән. Рәсәй Президенты был хаҡта аптыраныуын йәшереп торманы.
Тимәк, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса артабан да көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Социаль-көнкүреш объекттары төҙөү йәһәтенән юғары бурыстар ҡуйылғайны. Улар артабан да үтәлергә тейеш. Президент билдәләүенсә, быйыл ғына миллион самаһы күп балалы ғаилә, демографик үҫеш программалаһына ярашлы, ярҙам алған. Ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыу илдә барлыҡҡа килгән яңы иҡтисади мөмкинлектәр хаҡында һөйләй. Беҙ бындай ҙур масштаблы проблемаларҙы хәл итерлек.
Рәсәй Президенты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙағы етешһеҙлектәргә күрһәтте. Быйыл 60 миллион кеше, халыҡтың 40 проценты самаһы, профилактик тикшереүҙәр үткән. Ә бына, шул уҡ ваҡытта, үлем осраҡтары күбәйә бара. Беҙ был йәһәттән билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшә алманыҡ.
Халыҡҡа яңғырауыҡлы отчеттар, лозунгылар кәрәкмәй. Улар тормоштоң ысынбарлыҡта яҡшырыуын, килемдәрҙең артыуын көтә.
Ошо хаҡта властың иң юғары бейеклегендә белеүҙәре, уртаға һалып, йәшермәй, асыҡтан-асыҡ тикшереүҙәре киләсәккә өмөт һәм ышаныс уята.
Читайте нас: