+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 11:19

Инвестициялар үҙҙәре килмәй, уларҙы юллап алырға кәрәк. Йылдам үҫешеүсе биләмәләргә биш инвестор килде.

Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама ҡалалары Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән йылдам үҫешеүсе социаль-иҡтисади биләмәләр исемлегенә индерелгәйне. Был статус ҡалаларға социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә, инвесторҙар йәлеп итергә, һалым ташламаларын файҙаланарыға мөмкинлек бирә. Милли проекттар элек етештереүҙең бер нисә төрө генә үҫешкән ҡалаларҙа социаль көсөргәнешлекте кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн яңы дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөү генә етмәй, өр-яңы эш урындары кәрәк.

Башҡортостан ҡалаларына бер юлы биш инвесторҙың килеүе билдәле булды. “ТАВРОС” компанияһы ит эшкәртеү сәнәғәтен үҫтерергә теләй. Бәләбәйгә яҡын арала 20 миллиард һумдан күберәк инвестициялар киләсәк.
Күмертауҙа “Рацион” предприятиеһы балалар аҙығы һәм ярым фабрикаттар етештереү цехы асырға теләй.
Ә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында нефть сығарыу сәнәғәте үҫешкән. Ә бына ҡатламдарҙы быраулау һәм скважиналар төҙөү эше аҡһай. “Нефтекама махсус машиналар төҙөлөшө заводы” нефть ҡорамалдары етештереү өсөн 235 миллион һумлыҡ инфестициялар һалырға теләй. Яңы предприятиела 700-ҙән ашыу эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Читайте нас: