+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 11:14

Аналитиктар Рәсәй Президентының егерме йыллығын барлай. Бөгөнгө Европаны Рәсәйҙән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

“Блумберг” агентлығының аналитиктары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың егерме йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Уларҙың фекеренсә, хәҙерге Рәсәй СССР тарҡалғандан һуң юғалтылған йоғонтоноң байтағын кире ҡайтарыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Ҡытай менән бәйләнештәр нығынған, Сүриәләге хәлдәрҙе үҙ файҙаһына борған, Ҡырымды кире ҡайтарған, Төркиәгә заманса ҡорал һатып, НАТО-ны ауыр хәлгә ҡуйған, хатта Норманд форматындағы ултырышты ла үҙ фекерен үткәреүгә өлгәшкән. Рәсәй АҠШ-тан күпкә ҡайтыш бюджет менән үҙенең сәйәси йоғонтоһон күпкә арттырған. Бөгөнгө Рәсәй Яҡын Көнсығышты үҙ контролендә тота, Африка менән бәйләнештәрҙе нығыта.

Германия баҫмалары Владимир Путин менән Ангела Меркелде йылдың төп сәйәсмәндәре, тип билдәләгән. Хатта Владимир Путиндың яңы төп ҡоралдар хаҡында белдереүҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған.
Аналитиктар Рәсәй Президентының бурысы итеп халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙе, социаль проблемаларҙы хәл итеүҙе күрә. Быныһын инде беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ. Рәсәй Президенты был хаҡта үҙе лә Хөкүмәт алдында халыҡтың ысын килемен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Читайте нас: