Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, милли проект ярҙамында республикала 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында һигеҙ вертолет майҙансығы төҙөләсәк. Улар Нефтекама, Баймаҡ, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Асҡын, Мәсәғүт ауылдарында барлыҡҡа киләсәк. Ашығыс медицина ярҙамына мохтаждарға санавиация, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.
Сағыштырып ҡарағыҙ, Баймаҡ һәм Сибайҙан тиҙ ярҙам машинаһы Өфөгә 6,5 сәғәт килһә, вертолет менән ошо араны 1,4 сәғәттә үтергә мөмкин. Стәрлетамаҡтан вертолет 40 минутта, Октябрьскийҙан 1 сәғәттә килеп етәсәк.