+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 11:39

Владимир Путин РФ Федераль йыйылышында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Президент мөрәжәғәтнамәһендә ниндәй яңылыҡтар көтөлә?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сираттағы мөрәжәғәтнамәһе Мәскәүҙең Манеж күргәҙмәләр залында 15 ғинуарҙа көтөлә. Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй Президенты, һәр ваҡыттағыса, сығышына бик ентекле әҙерләнә. Президент халыҡтың килеменең кәмеүенә бәйле борсолоу белдерә һәм ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса етди саралар иғлан итеүе бик мөмкин. Үкенескә ҡаршы, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға байтаҡ аҡса тотонолһа ла, ул халыҡҡа алдан көтөлгәнде килтермәне. Был хаҡта Президент үҙе лә, кешеләргә милли проекттарҙың ыңғай һөҙөмтәләр биреүенә шикләнәм, тип белдерҙе.

Аналитиктар Президент мөрәжәғәтнамәһенә бәйле төрлө фараздар ҡыла һәм күҙаллауҙар яһарға тырыша. Сөнки ер шарының иң бай илдәренең береһе, иң күп тәбиғи байлыҡтар беҙҙә тупланған, үҙ халҡына лайыҡлы тормош тәьмин итергә бурыслы. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә 18 миллион самаһы аҙ тәьмин ителгән кеше иҫәпләнә. Кешеләрҙе нисек бай һәм бәхетле итергә? Ошо һорауға мөрәжәғәтнамә ниндәй яуап бирер?
Матбуғат сараларының иғтибар үҙәгенә әлеге ЛДПР хужаһы Владимир Жириновский килеп эләкте. Ул Ҡыҙыл Майҙанда кешеләргә, “холопы”, “крепостные”, тип аҡса өләшкән. Юҡ шул, халыҡҡа аҡса өләшеп, хатта аҡсаларҙы вертолеттан һибеп тә, бай һәм бәхетле итеп булмай. Иҡтисад етдиерәк үҙгәрештәргә мохтаж түгелме икән? Ошо хаҡта Федераль йыйылышта беҙ көткән тәҡдимдәр яңғырар һымаҡ.
Читайте нас: