-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:16

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар төҙөлһөн. Хәҙер Рәсәй юлдарында именлек иң беренсе урында тора.

Былтыр Рәсәйҙә юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү, алдағы йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡыр күберәк башҡарылған. Һөҙөмтәлә, автоһәләкәттәр һәм ҡорбандар һаны күпкә кәмегән.

Былтыр Рәсәйҙә юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү, алдағы йыл менән сағыштырғанда, өс тапҡыр күберәк башҡарылған. Һөҙөмтәлә, автоһәләкәттәр һәм ҡорбандар һаны күпкә кәмегән.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә транспорт артерияларының именлеген тәьмин итеү дауам итә. Былтыр Башҡортостан юлдарының авариялар күп теркәлгән урындарында видеорегистраторҙар ҡуйыу ыңғай һөҙөмтә биргәйне. Был эш быйыл да дауам итәсәк. Әле яңы ғына Юл һәм транспорт дәүләт комитетынан юл буйҙарында 150 камера ҡуйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Бындай камералар Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещенск, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларында тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм автотранспорттың тиҙлеген контролдә тота. Өҫтәп, тағы ла 459 камера ҡуйыласаҡ һәм улар быйыл 1 майға тиклем эшләй башлаясаҡ.
Милли проекттарға ярашлы, был автоматик камералар юлдарҙағы һәләкәттәр һанын бер нисә тапҡыр кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Шуныһы ҡыҙыҡ, камераларҙың ҡайҙа эшләүе хаҡында интернет аша мәғлүмәт алырға, хатта юл ситтәрендә торған иҫкәртеүсе билдәләр аша белергә мөмкин. Сөнки камералар күберәк штраф һалып, аҡса йыйыуҙы түгел, именлекте тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуя.
Читайте нас: