+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:14

Рәсәй Президенты хәрби күнекмәләр менән танышты. Төньяҡ һәм Ҡара диңгеҙ флоттары берлектәге күнекмәләр үткәрҙе.

Сүриәлә һәм Төркиәлә булғандан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырымға килде һәм Севастополдә хәрби күргәҙмә менән танышты.#ВладимирПутинФото: 123ru.net

Сүриәлә һәм Төркиәлә булғандан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырымға килде һәм Севастополдә хәрби күргәҙмә менән танышты.
Украина яғы шул арала Рәсәй Президентының Ҡырымға сәфәрен законһыҙ, тип иғлан итергә лә өлгөрҙө. Дамаск урамдарында мәҙәни ҡомартҡылар менән танышып ҡайтҡан Путин бындай ғына иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәй. Ҡырым хәҙер беҙҙеке һәм киләсәктә мәңге шулай буласаҡ. Сөнки сиктәребеҙҙең именлеген тәьмин итеүҙә Төньяҡ һәм Ҡара диңгеҙ флоттары ла ҡатнашасаҡ. Юғары баш командующий Владимир Путин ике флоттың да өйрәнеүҙәрен иғтибар менән күҙәтте һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Диңгеҙселәр Президентҡа флотҡа яңырак килгән өр-яңы ракеталарҙы күрһәтте. Улар араһында, мәҫәлән, тауыштан күпкә шәберәк осоусы ракеталар ҙа бар ине. Улар бер нисә мең километр алыҫлыҡта урынлашҡан сәптәргә теүәл барып етте.
Был көндәр Президент өсөн бик көсөргәнешле булмаҡсы. 15 ғинуарҙа РФ Федераль йыйылышында Владимир Путин йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Күптәр был телмәрҙе түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки, алдан әйтеүҙәренсә, дәүләт башлығы аҙ тәьмин ителгәндәрҙең килемен арттырыу буйынса аныҡ эштәр тормошҡа ашырмаҡсы.
Ә иртәгә Мәскәүгә Германия канцлеры Ангела Меркель киләсәк һәм Владимир Путин менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Әйткәндәй, фрау Меркель русса яҡшы һөйләшһә, беҙҙең Президент немец теленә бик шәп. Хәйер, ҡайһы телдә һөйләшеүҙәре түгел, уртаҡ тел табыуҙары мөһим. Сөнки Евросоюз илдәре Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы йыл һайын оҙайтып торһа ла, Германияның эшлекле даирәләре Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын таба һәм бәйленештәрҙе өҙөргә ашыҡмай.
Читайте нас: