+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2020, 11:16

Владимир Путин менән Ангела Меркель тәржемәсеһеҙ аралашҡан. Хәҙер күптәр Вашингтонға түгел, Мәскәүгә шылтырата.

Рәсәй Президенты менән Германия канцлерының дүрт сәғәттән ашыу барған осрашыуы донъя сәйәсмәндәренең иғтибар үҙәгендә. Иң тәүҙә осрашыу хаҡында. Фрау Меркелдең биш йылға яҡын Мәскәүгә аяҡ баҫмауын Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы менән бәйләһәк, һис тә хата булмаҫ. Бөгөн Германия канцлеры Путин менән осрашыуға Мәскәүгә килгән икән, тимәк, Европа илдәре Ҡырымдың Рәсәйгә кире ҡайтыуын ҡабул итергә әҙер. Сөнки Рәсәйҙең йоғонтоһо көсәйә, ғөмүмән, Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ урынлашыуын Мәскәүҙән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Фрау Меркелдең самолеты һауаға күтәрелеп өлгөрмәне, Владимир Путинға Рәжәп Эрдоған шылтыратты һәм нимә хаҡында һөйләшеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Йәкшәмбе Мәскәүгә Франция президенты Макрон, Италия премьер-министры Понти Рәсәй Президенты менән һөйләшергә теләк белдерҙе.
Был аҙна ла ҡыҙыу булмаҡсы. Европаны Ливиялағы ҡан ҡойош борсой. Бер-береһенә ҡаршы торған ике төп көс етәкселәренең Мәскәүгә килеүе ихтимал, хатта уларҙың ваҡытлыса тынлыҡ урынлаштырыу хаҡында килешеү төҙөүҙәре лә бик мөмкин.
Шулай итеп, Рәсәй халыҡ-ара проблемаларҙы хәл итеүҙә төп үҙәктәрҙең береһенә әйләнә. Владимир Путин менән күпселек иҫәпләшергә мәжбүр. Ләкин халыҡ-ара мәсьәләләр, донъя проблемалары, ҡайҙалыр барған ҡан ҡойоштар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 15 ғинуарҙа Федераль йыйылышта яңғыраясаҡ Мөрәжәғәтнамәһендә төп урынды алып тормаясаҡ. Күптәрҙе халыҡтың йәшәү кимәленең күтәрелмәүе, аҙ тәьмин ителгәндәрҙең күбәйеүе борсой. Владимир Путин үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын күрһәтергә тейеш.
Читайте нас: