+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2020, 11:23

Иҫәп палатаһы милли проекттарҙың кәмселектәренә иғтибарҙы йүнәлтте. Бүленгән аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкин ине.

Иҫәп палатаһы аудиторҙары 13 милли проекттың 8-нең тормошҡа ашырылыуын өйрәнгән һәм байтаҡ ҡына етешһеҙлектәр тапҡан. Әгәр эштәр былай барһа, иҫәп палатаһы белдереүенсә, планлаштырылғандың яртыһы самаһының үтәлмәүе ихтимал.

Иҫәп палатаһы аудиторҙары 13 милли проекттың 8-нең тормошҡа ашырылыуын өйрәнгән һәм байтаҡ ҡына етешһеҙлектәр тапҡан. Әгәр эштәр былай барһа, иҫәп палатаһы белдереүенсә, планлаштырылғандың яртыһы самаһының үтәлмәүе ихтимал.
Мәҫәлән, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тулыһынса тормошҡа ашырыу Рәсәй иҡтисадын донъяның иң шәп биш иле сафына баҫыу мөмкинлеге бирмәйәсәк. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проекты шаҡтай уңышлы тормошҡа ашырыла, ошо йәһәттән ыңғай миҫалдарҙы байтаҡ табырға була. Ләкин бүленгән сығымдар, алдан билдәләнеүенсә, яңы юлдарҙың яртыһын халыҡ-ара талаптарға тура килтерерлек мөмкинлек бирмәй. “Мәғариф” милли проекты менән дә шундайыраҡ хәл күҙәтелә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, учреждениеларҙың матди-техник базаһы яңыра, ә мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй. Тимәк, юғары уҡыу йорттарында кадрҙар әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәрергә кәрәк.
“Экология”, “Мәҙәниәт”, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ла етешһеҙлектәр табылған. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы өйрәнеү менән шөғөлләнеүселәр башҡарылған эштәрҙән шунда уҡ, тиҙ арала файҙа алырға тырышыуҙа ҡабаланмаҫҡа саҡыра. Илдә бындай төҙөлөштәргә ихтыяж бар, аҡса бүленгән, уның файҙаланыуы етди контролгә алынған, хәҙер еренә еткереп һәм сифатлы башҡарырға ғына ҡала.
Читайте нас: