-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:06

Иглинда 640 урынлыҡ яңы мәктәп асылды. Өҫтәүенә, эргәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла бар.

Өфө эргәһендә Иглин район үҙәге – иң йылдам үҫешкән ҡасабаларҙың береһе. Бында торлаҡ күп төҙөлә, хаҡы сағыштырмаса арзан, Өфө менән транспорт бәйләнеше лә яҡшы. Шуға күрә, күптәр бында төпләнергә ынтыла. Ләкин мәктәптә урындарҙың аҙлығы, балалар баҡсаһының етешмәүе Иглиндың ылыҡтырғыслығын шаҡтай кәметә.

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район үҙәгендә 640 урынлыҡ мәктәп ишектәрен асты. Йәш ғаиләләр өсөн шуныһы уңайлы, мәктәп эргәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла бар. Был мәғариф учреждениеһы Иглинда хәҙер иң ҙурыһы. Заманса мәктәп төҙөлөшө өсөн ҡаҙнанан 370 миллион һум аҡса бүленгән.
Яңы Иглин ҡасабаһында өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы Яңы йылға бик ҙур бүләк булды. Балалар заманса уҡыу бүлмәләрендә ҙур теләк менән уҡый. Кабинеттар интерактив таҡта, компьютерҙар менән йыһазландырылған. Ҙур концерт залы һәм спорт күнекмәләре өсөн ике ҙур бүлмә балаларға бик оҡшай.
Читайте нас: