-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар 2020, 11:33

Владимир Путин индергән тәҡдимдәр эшкә дәртләндерә. Класс етәкселәре 1000 һум урынына 5000 һум аласаҡ.

Бөгөнгө буран уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға мәктәпкә барыу өсөн кәртә булып тормағандыр. Сөнки яңылыҡтар күп, уларҙы бер-береңә еткерергә, үҙ-ара фекер алышырға кәрәк. Мәҫәлән, Хөкүмәт быға тиклем класс етәксеһе тип аталған яуаплы, мәшәҡәтле һәм ауыр эште башҡарған өсөн уҡытыусыға мең тәңкә түләй ине. Мәктәптәрҙә класс етәксеһе вазифаһын башҡарырға теләүселәр юҡ, күптәр баш тарта. Мең тәңкә түләйҙәр, әллә күпме эш ҡушалар. Хәҙер класс етәксеһе вазифаһына конкурс булмаһа ла, был яуаплылыҡты алырға теләүселәр күберәк булыр һымаҡ.

Рәсәй Президенты башланғыс класс уҡыусыларын да ҡыуандырҙы. Улар хәҙер ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу буйынса беҙ тәүәккәллек күрһәтә алмағайныҡ. Рәсәй Президенты дөрөҫ әйтә, туҡланыуҙы тигеҙ ойошторорға кәрәк”, – тине.
Ысынлап та, бер мәктәп ашханаһында түләгәндәр һәм түләмәгәндәр өсөн аш айырыу һис тә яҡшы күренеш түгел. Хәҙер барыһы ла бер ҡаҙандан туҡланасаҡ. Тик туҡланыу сифатлы һәм файҙалы ғына булһын. РФ Мәғариф министрлығынан әйтеүҙәренсә, әле башланғыс кластарҙа 4 млн. самаһы бала уҡый.
Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһен 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булған мохтаж ғаиләләр өсөн пособиелар ете йәшкә тиклем түләнәсәк.
Владимир Путиндың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын күбәйтеү, мединституттарҙың ҡабул итеү шарттарын үҙгәртеү, маҡсатлы ҡабул итеү һымаҡ тәҡдимдәре лә уны башҡарыусыларға барып етер, тигән өмөт бар.
Читайте нас в