+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:13

Президент мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бүленде. Ауылдарҙа өр-яңы фельдшер-акушер пункттары асыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртыуға, кадрҙар менән тәьмин итеүгә,матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүлде. Рәсәйҙә 1 июлдән һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звоноһын яңыртыу буйынса федераль программа эшләй башлаясаҡ, бының өсөн федераль ҡаҙнанан 500 млрд. һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙ федераль органдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә һәм медицина программаһын үтәүгә мөмикин тиклем күберәк аҡса алырға тейешбеҙ”, – тип билдәләне.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 300-ҙән артыҡ авария хәлендәге фельдшер-акушер пунктын алыштырыу бурысы тора. Былтыр һикһәнләп пункт яңыртылған һәм халыҡты хеҙмәтләндерә башлаған. Урындағы властар алдында һәр пунктты лицензиялау, тейешле хоҡуҡи база булдырыу бурысы тора.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда яңы сафҡа ингән ФАП-тарҙың һанын 100-гә еткерергә ҡушты. Республика бының өсөн сығымдарҙы йәлләмәй. Һәр пункт 3 миллиондан 5 миллионға тиклем сығымдар талап итә. Ләкин бөгөн ФАП-тар асыу ғына етмәй, һәр береһен медицина кадрҙары менән тәьмин итеү, уларға торлаҡ биреү мәсьләһе лә тора.
Радий Хәбиров үҙе төбәк райондарына йыш сыға һәм һәр береһендә һаулыҡ һаҡлау тармағының эшмәкәрлеге менән танышмай ҡалмай. Мәҫәлән, 14 ғинуарҙа Тәтешле һәм Балтас райондарында булды, дауаханаларҙы ҡарап сыҡты. Балтас районын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Район хакимиәте кадрҙар мәсьәләһе менән ентекле шөғөлләнә, торлаҡ менән тәьмин итә. Тимәк, балтастар өлгөһөнә башҡалар ҙа эйәрергә тейеш.
Читайте нас: