Иң тәүҙә буласаҡ премьер-министр РФ Дәүләт думаһында булды һәм депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ике яҡлы һөйләшеү “Рәсәй-24” телеканалы аша тура эфирҙа күрһәтелде һәм бик ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Яңы премьер-министр көслө, алдынғы ҡарашлы һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлырлыҡ кешегә оҡшаған. Уның әйтеүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Тик премьер-министр күпселек сығымдарҙы Рәсәйҙә етештереүҙе үҫтереүгә, яңы сәнәғәт предприятиелары төҙөүгә йүнәлтмәксе. Дәүләт думаһы күпселек тауыш менән премьер-министр вазифаһына Михаил Мишустинды тәғәйенләргә тәҡдим итте.
Төштән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Михаил Мишустинды РФ премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүе хаҡында Указға ҡул ҡуйыуы мәғлүм булды.
Аналитиктар билдәләүенсә, Рәсәй Хөкүмәте яңырасаҡ, ләкин күпкә түгел. Мәҫәлән, финанс министры Антон Силуановты күптәр үҙ вазифаһында күрергә теләй. Эске эштәр, оборона, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрҙары менән дә шул уҡ хәл ҡабатланыуы ихтимал. Әлбиттә, үҙ эшен белгән, алдынғы ҡарашлы министрҙар үҙ вазифаларында ҡалһа, яҡшы булыр ине.
Элекке премьер-министр Дмитрий Медведев та эшһеҙ ҡалманы. Президент тарафынан РФ Именлек советында уның өсөн урынбаҫар вазифаһы булдырылды һәм Медведев ошо урынға тәғәйенләнде.