+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 11:18

Милли проекттарҙа ҡаралған объекттар ваҡытында төҙөлөргә тейеш. Быйыл эштәр йылдамыраҡ барыр, тип көтөлә.

Рәсәй Хөкүмәте алышынһа ла, милли проекттарҙа ҡаралған социаль көнкүреш объекттарын төҙөү артабан да дауам итәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте алышынһа ла, милли проекттарҙа ҡаралған социаль көнкүреш объекттарын төҙөү артабан да дауам итәсәк.
Былтыр, мәҫәлән, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 94 проценты самаһы тотонолған һәм 150 млрд. һум аҡса 2020 йылға элек билдәләнгән эштәрҙе дауам итеү өсөн күсерелгән.
Яңы Хөкүмәт төҙөлөш проекттарын әҙерләгәндә самаһыҙ бюрократлаштырыуҙан баш тартыуҙы талап итә. Сөнки “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография”, “Мәғариф”, “Экология” һымаҡ проекттар тиҙ арала тормошҡа ашырылырға тейеш.
Мәҫәлән, быйыл Башҡортостанда “Демография” мили проекты сиктәрендә 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн 3890 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы төҙөлөргә тейеш.
Милли проекттар Рәсәйҙә төҙөлөш материалдары етештереүҙең, төҙөлөш эштәренең үҫеүенә килтерәсәк. Тимәк, сифатлы эшләүсе төҙөүселәрҙең урыны менән етешмәүе лә бик ихтимал. Көнөбөҙ тағы ла Урта Азиянан ағылған гастербайтерҙарға ҡалырмы икән? Эш биреүселәр уларға, әлбиттә, эш хаҡын конвертта түләйәсәк.
Ҡырҙа эшләп йөрөүсе үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙҙы төҙөлөш эштәренә йәлеп итеп, уларға законлы эш хаҡы түләп, һалымын ваҡытында күсерһәк, илебеҙ иҡтисады өсөн дә һәйбәт булыр ине.
Читайте нас: