+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2020, 11:10

Берлинда “Йәшел аҙна”ның ҡыҙған сағы. Башҡортостан етештереүселәре халыҡ-ара күргәҙмәлә йыл һайын ҡатнаша.

17-26 ғинуарҙа Берлинда “Йәшел аҙна” аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә күргәҙмәлә Рәсәйҙең 18 төбәгенән етештереүселәр ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан предприятиелары иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, “Пышка”, “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” компаниялары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә. “Турбаслы бройлеры”, “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапияһы” дәүләт учреждениеһы, “Медовз” компанияһы продукцияһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

“Йәшел аҙна” экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Көнбайышта ашламаһыҙ үҫтерелгән, химияның йоғонтоһо булмаған продукцияға өҫтөнлөк бирәләр.
Әле халыҡ-ара күргәҙмәлә иң ҡыҙыу көндәр.
Читайте нас: