-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 11:10

Яңы күпер ваҡытында сафҡа инәсәк. Водителдәр! 2021 йылдың декабренә тиклем түҙегеҙ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөлгән Өфө-аэропорт юлындағы Ағиҙел аша күпер, графикка ярашлы, 2021 йылдың аҙағында сафҡа инәсәк һәм көньяҡ йүнәлештә тығындар бөтәсәк, тип фараз ителә.

Әлегә бында иртәле-кисле бөкөләр ҡотолғоһоҙлоҡ, уңайһыҙлыҡтар сифатында ҡабул ителә. Әлеге ике күпер аша тәүлегенә 125 меңдән ашыу автомобиль үтеүен иҫәпкә алһаҡ, хәлдең башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Шуныһы ҡыуандыра, күпер төҙөүселәр бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ эшләй һәм төҙөлөштө ваҡытында тамамлар, тигән өмөт бар.
Читайте нас: