+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2020, 10:03

Берлинда халыҡ-ара 85-се “Йәшел аҙна” күргәҙмәһе тамамланды. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 18 төбәге менән бергә Башҡортостан аграрийҙары ла лайыҡлы ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәйзрәхмәнов етәкселек иткән делегацияға республиканың иң алдынғы һәм уңышлы эшләүсе предприятиелары инде.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәйзрәхмәнов етәкселек иткән делегацияға республиканың иң алдынғы һәм уңышлы эшләүсе предприятиелары инде.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Пышка”, “Турбаслы бройлеры” ҡошсолоҡ фабрикаһы, “Башспирт”, “Бәләбәй һөт комбинаты”, “Ҡырмыҫҡалы һөтө”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡорт үләне” ҡаҙаныштарын күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Европаның төрлө илдәре вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙы, киләсәккә маҡсаттар билдәләне.
Европала Башҡортостан аҙыҡ-түлегенә ихтыяждың артыуы бик ихтимал. Сөнки беҙҙең аҙыҡ-түлек экологик йәһәттән таҙа булыуы менән айырылып тора. Ошондай эшлекле бәйләнештәргә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу ҙа ярҙам итәсәк. Сөнки милли проекттың ошо тармағы аҙыҡ-түлеген сит илдәргә тәҡдим итеүҙә ауырлыҡ кисергән, сертификат ала алмаған етештереүселәргә ярҙам маҡсатында барлыҡҡа килде.
Читайте нас: