+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 11:09

Милли проекттар ярҙамында Башҡортостанда юлдар яҡшырасаҡ. Әлеге мәлдә йәйге эштәргә әҙерлек бара.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә республикала юлдарҙы яңыртыу һәм ремонтлау эштәре дауам итә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә республикала юлдарҙы яңыртыу һәм ремонтлау эштәре дауам итә.
Юл төҙөлөшөнөң ҙур ғына өлөшө Өфө ҡалаһында тормошҡа ашырыласаҡ. Комсомол урамында, Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Урман паркы урамына тиклем ремонт эштәре ҡыш көнө лә туҡтамай. БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты йәйге эштәргә әҙерлек сиктәрендә төҙөлөш ойошмалары араһында конкурс үткәрә. Өфө ҡалаһында 20 км. самаһы юл ремонтлау күҙ уңында тотола. Комсомол, Мостай Кәрим урамдарында ремонт эштәре дауам итәсәк, Шәфиев, Парк урамдарында – башланасаҡ. Хатта халыҡ күптән көткән Ибраһимов исемендәге бульварҙа ла ремонт эштәре башлана. Октябрь проспектында, Галле округы урамынан Комсомол урамына тиклем эштәр быйыл һәм киләһе йылға дауам итәсәк.
Юлдарҙы төҙөкләндергәндә транспорт хәрәкәтен көйләүсе автоматлаштырылған светофорҙар ҡуйыласаҡ, йәәйәүлеләр өсөн тротуарҙар яңыртыласаҡ.
Читайте нас: