Былтыр Сочиҙа үткәрелгән Рәсәй-Африка форумы үҙенең тәүге емештәрен бирә башланы. “Лукойл” компанияһы хужаһы Вагит Алекперов Рәсәй Президентына Африкала нисек эш башлауҙары хаҡында һөйләне. Сочиҙағы форумдан һуң “Лукойл” көнбайыш Африканың өс илендә – Конго, Гана һәм Камерунда эш башлаған. Бынан тыш тағы ла 4 ил менән һөйләшеүҙәр бара.
Рәсәй-Африка иҡтисади форумын үткәреү Владимир Путин тәҡдиме менән ойошторолғайны. Уның эшендә Африканың 54 иленән абруйлы вәкилдәр ҡатнашты. 45 делегацияға дәүләт башлыҡтары һәм хөкүмәт рәйестәре етәкселек итте. Сочиҙағы форумда йәмғеһе 1 триллион һумдан артығыраҡ суммаға 92 килешеү төҙөлдө.
Владимир Путин тәҡдиме менән Рәсәй-Африка иҡтисади форумы өс йылға бер тапҡыр даими ойоштороласаҡ.