+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 13:06

Милли проекттар ауыл китапханаларын яңыртыуҙа ярҙам итә. Китап уҡыусыларҙы йәлеп итеүҙә яңы саралар эшкә ҡушыла.

“Мәҙәниәт” милли проекты урындағы учреждениеларҙың матди базаһы нығытыуға, эште яңыса ойоштороуға, халыҡтың ялын һәм буш ваҡытын отошло файҙаланырға мөмкинлек бирергә тейеш. Шуға ярашлы, быйыл республикала байтаҡ мәҙәниәт йорттары яңыртыласаҡ.

Милли проекттар китапханаларҙың эшен үҙгәртеп ҡорорға ла мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер моделле китапханаларға ҙур өмөт бағлайҙар. Башҡаса мөмкин түгел, китаптар менән генә уҡыусыларҙы йәлеп итеү ҡыйын. Ә моделле китапханаларҙың мөмкинлеге байтаҡҡа киңерәк һәм байыраҡ.
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем 20-ләп моделле китапхана асыу ҡаралған. Әле уларҙы Дүртөйлө районының Әсән, Туймазы районының Ҡандра китапханаларында индереү ҡарала. Әсән китапханаһы өсөн Федераль һәм республика ҡаҙналарынан 7,5 миллион һум, Ҡандра китапханаһы өсөн һаҡлағыс төҙөүгә 20 миллион һум бүлеү ҡаралған. Ә Благовар район китапханаһы федераль ҡаҙнанан – 10 миллион һум, республиканан 5 миллион һум аласаҡ.
Читайте нас: