+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:47

“Быуат килешеүе” изге ергә тыныслыҡ килтерерме? Палестина – Израиль араһындағы һуғышҡа сик ҡуйылырға тейеш!

АҠШ президенты Трамп үҙен һаман эшҡыуар итеп тоя. Ул, мәҫәлән, яҡын көнсығышта низағта ҡатнашҡан илдәргә эш урындары булдырыу өсөн 50 млрд. доллар аҡса һалыу ҡанлы һуғышты туҡтатасаҡ тип иҫәпләй. Тик бының өсөн Иерусалимды Израилдең баш ҡалаһы тип танырға кәрәк икән.

Палестина башлығы Мәхмүт Аббас “Иерусалим аҡсаға һатылмай” тип быуат килешеүен хуплауҙан баш тартты.
Израиль премьер-министры Беньямин Нетаньяху хуплауын һорап Мәскәүгә Рәсәй Президенты В. Путин эргәһенә килде.
Кремль көн элгәре: “Палестина быуат килешеүен ҡабул итмәгән осраҡта ла тәҡдимдәрҙе анализлай һәм өйрәнә” – тип иғлан итте.
Рәсәй Президенты килешеү төҙөлгән осраҡта ла Палестина дәүләтенең мәнфәғәттәре һәм суверенитеты һаҡланырға тейеш тип белдерҙе.
Читайте нас: