-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:49

Рәсәй аҙыҡ-түлек етештереүселәре донъя баҙарын яулай. Хәҙер беҙ ҡоралға ҡарағанда аҙыҡ-түлекте күберәк һатабыҙ.

Былтыр Рәсәй халыҡ-ара баҙарҙа 35 млрд. долларҙан артығыраҡ аҙыҡ-түлек һатҡан. Әлбитттә, уның күбеһен иген алып тора. Ләкин Рәсәйҙең донъяла иң күп иген һатыусы булыуы ла насар түгел бит әле.

Былтыр Рәсәй халыҡ-ара баҙарҙа 35 млрд. долларҙан артығыраҡ аҙыҡ-түлек һатҡан. Әлбитттә, уның күбеһен иген алып тора. Ләкин Рәсәйҙең донъяла иң күп иген һатыусы булыуы ла насар түгел бит әле.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сит илдәргә Рәсәй етештереүселәре тарафынан аҙыҡ-түлек һатыуҙы арттырыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостан аграрийҙары ла ит, һөт һәм башҡа ризыҡтар етештереүҙе йылдан-йыл арттыра, сит илдәргә лә һатырға теләйҙәр. Былтыр, мәҫәлән, Иранға, Төркиәгә иген һатыу бер нисә тапҡыр артты. Беҙҙә етештерелгән экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтарына, шәкәр, бал, көнбағыш майына ихтияж ҙур. Көнбағыш майын иң күбе Ҡытай халыҡ республикаһы һатып ала. Былтыр һәм быйыл Беларусь, Ҡаҙаҡстан, Үзбәкстан, Иран, Литва, Латвия, Эстония Рәсәйҙән көнбағыш майы һатып алыу хаҡында килешеү төҙөгән.
Читайте нас: