-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2020, 12:23

Миловкала балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә буласаҡ. Төҙөлөш эштәре ҡыҙыу темптар менән бара.

Өфө районының Миловка ҡасабаһындағы күп ҡатлы торлаҡ микрорайоны – иң йылдам үҫешкәндәрҙең береһе. Милов паркында торлаҡ күпләп төҙөлә, йәштәр – һатып ала, ләкин балалар учреждениелары етешмәй.

Өфө районының Миловка ҡасабаһындағы күп ҡатлы торлаҡ микрорайоны – иң йылдам үҫешкәндәрҙең береһе. Милов паркында торлаҡ күпләп төҙөлә, йәштәр – һатып ала, ләкин балалар учреждениелары етешмәй.
“Демография” милли проектына ярашлы, бында балалар баҡсаһы һәм ҙур мәктәп төҙөлә башланы.
180 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы 4000 кв. метрҙы биләй һәм ошо тирәлә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ. Заманса баҡсала ясля төркөмө һәм өлкәндәр өсөн дә шарттар бар. Ул үҙ ишектәрен ошо йыл аҙағында асасаҡ.
Ошонда уҡ төҙөләсәк мәктәп дүрт ҡатлы буласаҡ һәм 18 мең кв. метр майҙанды биләйәсәк. Барлығы 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән, әлегә бындай мәктәптәр республикала бик һирәк. Уларҙы 500 урынлыҡ тамаша залы, 420 уҡыусыға иҫәпләнгән ашхана, ҙур спорт залы, кейенеү, йыуыныу, күнекмә бүлмәләре көтә.
Мәктәп төҙөлөшө 2021 йылдың аҙағында тамамаланасаҡ.
Читайте нас: