0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:47

Рәсәй Президентына Сәғүд Ғәрәбстанынан король шылтыратты. Ике дәүләт башлығын уртаҡ хәстәрлек берләштерә.

Ҡытай вирусы ҡотора, илдәр һағайҙы, иҡтисадта көрсөк төҫмөрләнә башланы. Нефткә хаҡтар мискәһенә 55 долларҙан да кәмене.

Ҡытай вирусы ҡотора, илдәр һағайҙы, иҡтисадта көрсөк төҫмөрләнә башланы. Нефткә хаҡтар мискәһенә 55 долларҙан да кәмене.
Бындай осраҡта Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән ибн Абдул-Ғәзиз Әл Сәғүдтең Рәсәй Президенты Владимир Путинға шылтыратыуы тәбиғи хәл, тип ҡарарға мөмкин. Сөнки ике ил донъяның иң күп нефть етештереүсе дәүләттәренә ҡарай. Рәсәй Президенты менән Сәғүд Ғәрәбстаны короле араһында эшлекле бәйләнештәр бөгөн айырыуса кәрәк.
Ҡытай иҡтисады башлыса ситтән һатып алынған яғыулыҡ иҫәбенә үҫешә. Бөгөн, сир таралыу сәбәпле, Ҡытайҙа иҡтисади көрсөк башланһа, ул 2008 йылдағы тетрәнеүҙәрҙән дә көслөрәк булыуы бик ихтимал.
Шул сәбәпле, Рәсәй Президенты менән Сәғүд Ғәрәбстаны короле ОПЕК плюс аша яғыулыҡҡа хаҡтарҙы тотороҡландырыу мәсьәләһен ҡараны һәм артабан да бергә хеҙмәттәшлек итергә килеште.
Фото: Jim Mattis - 170419-D-GO396-0082, Общественное достояние, https://commons.wikimedia.org/w/index.php?curid=58400222
Читайте нас: