+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 09:10

Стәрлетамаҡ водителдәре әҙәплелеге менән айырылып тора. Шуға күрә бында ҡағиҙә боҙоусылар бик аҙ теркәлә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡта йәйәүлеләрҙең һәм водителдәрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылды. Әле ҡала юлдарында 29 юлды күҙәтеү комплекстары, 11 фото һәм видео-теркәгестәр көнө-төнө уяу һаҡта тора. Улар тиҙлек арттырғанда, юл ҡағиҙәләрен боҙғанда теркәп бара.

2020 йылдың майына тиклем тағы ла 19 фото-видео-теркәгес ҡуйыласаҡ. Улар Дуҫлыҡ, Шайморатов урамдарында, Белорет трактында урынлашҡан.
Элек-электән Стәрлетамаҡ водителдәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл һаҡлауҙары менән айырылып тора. Һуңғы арала үткәрелгән рейдтар был йоланың һаҡланыуы хаҡында һөйләй. Сөнки водителдәр араһында теркәлгән 200-ләп ҡағиҙә боҙоу осрағы сирек миллион халыҡ йәшәгән ҡала өсөн бик күп түгел. Мәҫәлән, эскән килеш нибары ике водителдең тотолоуы ла шуға дәлил.
Читайте нас: