0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:33

Оҙаҡламай бассейндар төҙөлмәгән район үҙәктәре ҡалмаясаҡ. 2024 йылға тиклем республикала 20-ләп бассейн төҙөләсәк.

Заманында республика райондарында һәм ҡалаларында спорт-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү яҡшы һөҙөмтә биргәйне. Хөкүмәт ошо йүнәлештә эште дауам итә.

Заманында республика райондарында һәм ҡалаларында спорт-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү яҡшы һөҙөмтә биргәйне. Хөкүмәт ошо йүнәлештә эште дауам итә.
“Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” милли проекттары һәм “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк программаһына ярашлы, 2024 йылға тиклем барлыҡ район үҙәктәрендә лә бассейндар сафҡа инәсәк. Әлеге көнгә республиканың 16 район үҙәгендә бассейндар юҡ.
Быйыл Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан райондарында, Межгорье ҡалаһында, Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә бассейндар төҙөү, проектлау, финанслау мәсьәләләре ҡарала. Дыуан районында төҙөлөүсе спорт комплексы төбәктең төньяҡ-көнсығышында иң ҙуры буласаҡ һәм бассейн, боҙ майҙансығы, спорт залдары бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ.
Читайте нас: