+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2020, 11:30

В. ПУТИН ХӨКҮМӘТ АЛДЫНДА ЕТДИ БУРЫСТАР ҠУЙҘЫ. ДАРЫУҘАРҒА ХАҠТАРҘЫ АРТТЫРЫУСЫЛАР КИҪӘТЕҮ МЕНӘН ГЕНӘ ҠОТОЛМАЯСАҠ.

Рәсәй Президенты В. Путин Хөкүмәт ағзалары менән беренсе тапҡыр осрашты һәм эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Әлеге Хөкүмәтте шартлы рәүештә генә яңы тип әйтергә мөмкин, сөнки унда элеккеһенән ҡалғандар ҙа байтаҡ.

Рәсәй Президенты В. Путин Хөкүмәт ағзалары менән беренсе тапҡыр осрашты һәм эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Әлеге Хөкүмәтте шартлы рәүештә генә яңы тип әйтергә мөмкин, сөнки унда элеккеһенән ҡалғандар ҙа байтаҡ.
Президент Хөкүмәт алдына Федераль йыйылышҡа еткерелгән Мөрәжәғәтнамаһендә күтәрелгән социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Халыҡтың килемен күтәреү, демография проблемаларын хәл итеү һис тә ваҡытлы эш түгел, ә киләсәккә иҫәпләнгән мөһим сәйәси-иҡтисади сара. Шуныһы мөһим: бөгөн ҡаҙнала ил алдында торған мөһим бурыстарҙы хәл итеү өсөн аҡса бар. Тик ул халыҡҡа барып етергә һәм уларҙың йәшәү кимәлен яҡшыртырға ярҙам итергә тейеш.
Рәсәй Президенты коронавирусҡа бәйле хәлде лә урап үтмәне. Рәсәй үҙ граждандарын сит илдә ҡалдырманы, тиҙ арала тыуған иленә ҡайтарыуҙы ойошторҙо.
Эпидемиянан файҙаланып, дарыуҙарға хаҡтарҙы ҡырҡа арттырыу осраҡтары теркәлгән, бындай осраҡтар язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Хаҡтарҙы арттырыу менән мауыҡҡан аптекаларҙы ябып ҡуйыу һымаҡ ҡәтғи саралар күреү хаҡында ла һүҙ булды.
Читайте нас: