+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 09:10

Ҡурсаҡ театрын, ниһайәт, матурлап төҙөрҙәр һымаҡ. Әгәр ниәтләгәндәр тормошҡа ашһа, әкиәт донъяһын танымай ҙа торорһоғоҙ әле.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының бөгөнгө хәлен барып күргәндәр генә белә. Дөрөҫ, театр спектаклдәр күрһәтә, бәләкәй тамашасылар ҡыуанып ҡарай, ә бына бина иҫкергән һәм хәҙерге талаптарға яуап бирмәй. #нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#национальныепроекты.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының бөгөнгө хәлен барып күргәндәр генә белә. Дөрөҫ, театр спектаклдәр күрһәтә, бәләкәй тамашасылар ҡыуанып ҡарай, ә бына бина иҫкергән һәм хәҙерге талаптарға яуап бирмәй.
Бинаны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән әүәлге йылдарҙа байтаҡ ҡына проекттар булды, ләкин хыялдар тормошҡа ашманы, барыһы ла ҡағыҙҙа ҡалды.
Ниһайәт, “Мәҙәни мөхит” милли проектына ярашлы, маҡсаттар тормошҡа ашыр һымаҡ. Йәмғеһе 700 миллион һумдан артығыраҡ объекттың проекты әҙер, ул 450 миллион һумға милли проект иҫәбенә, 250 миллион һумға республика ҡаҙнаһынан финансланасаҡ.
Заманса дүрт ҡатлы төкөтмә бәләкәй залды, балалар студияһын, мультизалды үҙ эсенә ала. Театрҙың әлеге майҙаны 2,5 мең кв. метр булһа, ул 6,5 мең кв. метрға етәсәк.
Иң ҡыҙығы шул, театр эргәһендәге майҙан тулыһынса төҙөкләндереләсәк һәм әкиәт ҡаласығына әйләнәсәк.
Төҙөлөш эштәрен 2022 йылда тамамалау планлаштырыла.
Читайте нас: