+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 15:35

Йылына 0,1 процентлы ауыл ипотекаһы кредиты һеҙгә оҡшаймы? Тәҡдим итһәләр, һеҙ уны алыр инегеҙме?

Ошо ике һорауға аныҡ яуаптарҙы беҙ оҙаҡламай февраль аҙаҡтарында ишетәсәкбеҙ. Сөнки ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә йылына 0,1 процентлы ипотека кредиты алырға һәм ауылдағы өйгә хужа булырға мөмкинлеге бар.

Ошо ике һорауға аныҡ яуаптарҙы беҙ оҙаҡламай февраль аҙаҡтарында ишетәсәкбеҙ. Сөнки ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә йылына 0,1 процентлы ипотека кредиты алырға һәм ауылдағы өйгә хужа булырға мөмкинлеге бар.
Был һис тә уйҙырма түгел. Милли проекттарҙы мөмкин тиклем уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм шәхси хужалыҡтарҙы нығытыу” бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәйзирахманов февраль аҙаҡтарында ауылда торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү өсөн шундай льготалы ипотека биреү тураһында хәбәр итте. Вице-премьер әйтеүенсә, льготалы ипотека кредиты биреү менән 16 банк һәм, әлбиттә, “Россельхозбанк”, шөғөлләнәсәк. Килешеү буйынса башланғыс ставканы федераль бюджет ҡаплаһа, айырманы республика ҡаҙнаһынан аласаҡтар.
Әлеге кәңәшмә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелде һәм унда Урал һәм Волга буйы федераль округтарынан 500-ләп кеше ҡатнашты. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа торлаҡ һатып алыуҙа һәм төҙөүҙә Башҡортостан тәжрибәһен өлгө алырлыҡ, тип тапты.
Читайте нас: