-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 11:49

Беҙҙең ҡаҙнаны “Роснефть” тотоп тора. Кремлдә Владимир Путин менән компания етәксеһе Игорь Сечин осрашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “Роснефть” компанияһы етәксеһе Игорь Сечин осрашты һәм илдең төньяҡ сиктәрендә яғыулыҡ етештереү һәм ташыу мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Бөгөн “Роснефть” – ил ҡаҙнаһына иң күп өлөш индергән компанияларҙың береһе, яғыулыҡҡа хаҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, дәүләт алдында үҙ бурысын ышаныслы үтәй, яғыулыҡ табыу һәм ташыу йылдан-йыл арта.

Владимир Путин Игорь Сечиндан былтырғы йомғаҡтар хаҡында һорашты.
Игорь Сечин әйтеүенсә, нефть сығарыу, разведка эштәре уңышлы тормошҡа ашырыла, Төньяҡ диңгеҙ юлы аша йөктәр ташыу тәьмин ителә, “Көнсығыш Ойл” проектына ярашлы, Арктиканан сеймал сығарыу өсөн етештереү ҡаласыҡтары, диңгеҙ порты, ике аэродром төҙөләсәк, меңдәрсә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Төньяҡта сығарылған нефттең үҙ ҡиммәте арзан булыуы былтыр һалым түләүҙе 3,6 триллион һумға еткерергә мөмкинлек биргән.
Президент Владимир Путин: “Һеҙ етәкселек иткән компания киләсәге ҙур булған проектҡа тотондо. Уны уңышлы тормошҡа ашырыу илебеҙҙең эске тулайым продуктын арттырырға, Төньяҡ диңгеҙ юлынан йөк ташыуҙы үҫтерергә, Арктикала Рәсәйҙең позицияларын нығытырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип уңыштар теләне.
Читайте нас: