-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 09:05

Иҫкергән торлаҡ. Рәсәй Президенты был эште хәҙер үҙе контролдә тота.

Рәсәйҙең һәр ҡалаһында, район үҙәктәрендә, ҡасабаларҙа иҫке йорттар һәм барактар байтаҡ урын биләй. Бының өсөн Хөкүмәт йыл һайын байтаҡ сығымдар бүлә.

Рәсәйҙең һәр ҡалаһында, район үҙәктәрендә, ҡасабаларҙа иҫке йорттар һәм барактар байтаҡ урын биләй. Бының өсөн Хөкүмәт йыл һайын байтаҡ сығымдар бүлә.
Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушевты ошо мәсьәлә буйынса ҡабул итте һәм торлаҡ төҙөлөшөн финанслау алымдары һәм механизмдары тураһында кәңәшләште.
Авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе яңыларына күсереү мәсьәләһен Рәсәй Президенты шәхсән үҙ контроленә алғас, был эштә һиҙелерлек алға китеш бар. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә торлаҡ төҙөлөшө лә йылдам үҫә. 2019 йылда илдә 80 миллион кв. метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Һөҙөмтәлә, былтыр 140 мең кв. метр урынына 800 мең кв. метр торлаҡҡа мохтаждар күскән.
Быйылғы маҡсат ҙурыраҡ – иҫкергән торлаҡты алыштырыу өсөн 1 миллион кв. метр самаһы торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Министр билдәләүенсә, милли проекттарҙа ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн быйыл һәм 2021-2024 йылдарҙа тағы ла байтаҡ торлаҡ төҙөләсәк һәм файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Читайте нас: