+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 11:32

Рәсәй Президенты иҡтисад мәсьәләләренә арналған Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Рәсәй төбәктәре инвестицион-ылыҡтырғыслыҡ иҫәбенә күтәреләсәк.

РФ Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында Милли рейтинг агентлығының төбәктәр араһында етенсе йыллыҡ инвестицион-ылыҡтырғыслыҡ йомғаҡтары ҡаралды. Рәсәйҙә 56 төбәк былтырғы күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалған, 9-ҙы түбән төшкән, 20 төбәк үҫешкә өлгәшкән. Башҡортостан беренсе тапҡыр үҫешкә өлгәшкән төбәктәр исемлегенә инде.

В. Путин, инвестицион-ылыҡтырғыслыҡ шарттары, финанслау тулыһынса тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне.
Кәңәшмәлә шулай уҡ дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды һәм быйыл башҡарылаһы эштәрҙе финанслау хәл ителде.
Читайте нас: