+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:47

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ғәмәлдә тормошҡа ашырыла. Кардио-үҙәктә эшләүселәр һаны быйыл 100 кешегә артҡан.

Республика Кардиология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда дауахана 90 меңдән ашыу пациентты ҡабул иткән һәм хеҙмәтләндергән. Бынан тыш 13 мең самаһы кеше стационарҙа ятып дауаланған, 20 меңләп кеше операция үткәргән. Кадрҙар мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Быйыл 100 яңы кеше ҡабул ителгән, эшләүселәр һаны 960-ҡа еткән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Кардио-үҙәккә яңы ҡорамалдар һатып алынған, табиптарҙың республика ҡала һәм райондарына күсмә рейдтар ойошторолған, 19 фәнни-ғәмәли конференция үткәрелгән.
Кардиоүҙәк эргәһендә яңы хирургия корпусын төҙөү ҙә уңышлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: