+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 11:36

Рәсәй байыны, ә халыҡ ҡасан мандыр икән? 685 миллиард доллар йыйынтыҡтан фәҡирҙәр файҙа күрерме?

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ултырышында билдәләүенсә, илдең иҡтисади хәле яҡшы, финанс системаһы тотороҡло. Милли муллыҡ фондында 125 миллиард доллар, халыҡ-ара резервтарҙа 560 миллиард доллар аҡса йыйылып ята. Былтыр эске тулайым продукт – 1,7 процентҡа, дүртенсе кварталда 2,4 процентҡа үҫкән. Инфляция 2,4 процент тәшкил итә.

Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарында һуңғы өс тиҫтә йыл эсендә беренсе тапҡыр хаҡтарҙың тотороҡланыуы, хатта аҙ ғына булһа ла, түбән төшөүе төҫмөрләнә.
Ошондай шарттарҙа Рәсәй Хөкүмәте халыҡҡа пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе, ҡаҙнаға эшләүселәргә эш хаҡын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Оҙаҡламай башланғыс кластар уҡыусылары бушлай туҡланасаҡ,синыф етәкселәре өсөн түләүҙәр артасаҡ.
Бик аҙ ҡалған һуғыш ветерандарына, уларҙың тол ҡатындарына, һуғыш йылдарында эшләгәндәргә байтаҡ ҡына аҡса бүленгән.
Читайте нас: