-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 08:10

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға нимә ҡамасаулай? Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры нимәне енәйәт, тип баһалай?

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ултырышында халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хаҡында етди һөйләшеү булды. Әгәр әйтелгән һүҙҙәргә ышанһаң, ниһайәт, Хөкүмәттә ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ кешеләр бар. Мәҫәлән, премьер-министр Михаил Мишустин 9 процентлы ипотека ставкаһын бик ҡиммәт тип баһаланы һәм тәнҡитләне.

Эксперттар билдәләүенсә, быйыл ипотека ставкаһының 8-8,5 процентҡа тиклем кәмеүе бик ихтимал. Ләкин барыһы ла РФ Үҙәк банкы ҡулында, улар халыҡты яҡлаймы, әллә банкирҙарҙымы? Сөнки йыл һайын юғары проценттар иҫәбенә халыҡтан талап тигәндәй йыйған йөҙҙәрсә миллиардтар финанс учреждениеларын аҙҙырҙы.
Хөкүмәт әлегә күп балалы ғаиләләргә – 6 процент, Алыҫ Көнсығышта торлаҡ төҙөүсе йәштәргә 2 процент күләмендә ипотека ставкалары тәҡдим итә. Шул иҫәптән, элекке юғары ставкаларҙы рефинанслау, йәғни кәметеү мөмкинлеге бар.
Кәңәшмәлә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе. Ул 9 процентлы ипотека ставкаларын енәйәткә тиңләне һәм кәметеү юлдарын тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр Рәсәйҙә 80 миллион кв. метр самаһы торлаҡ төҙөлгән, был һан 2024 йылға тиклем 120 миллион кв. метр тәшкил итергә тейеш. Төҙөрҙәр, быныһына шик юҡ, ләкин һатып алыусы булырмы? Ә банкирҙар, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, дүрт йылдан ипотека ставкаларын 7,9 процентҡа тиклем генә кәметергә вәғәҙә итә.
Бындай ипотеканы файҙаланыусы булырмы икән?
Читайте нас: