0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 08:00

Рәсәй Конституцияһына – үҙгәрештәр. Һеҙ был хаҡта беләһегеҙме? Улар һеҙгә оҡшаймы?

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе сәйәси тормошта үҙәк темаларҙың береһенә әйләнде. Яңыраҡ РФ Президенты Владимир Путин үҙгәрештәр индереү комиссияһының эш ултырышын үткәрҙе.

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе сәйәси тормошта үҙәк темаларҙың береһенә әйләнде. Яңыраҡ РФ Президенты Владимир Путин үҙгәрештәр индереү комиссияһының эш ултырышын үткәрҙе.
Әгәр ниәтләгәндәр тормошҡа ашһа, үҙгәртелгән һәм ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһының ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлауына ышаныс ҙур. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Конституцияға пенсияларҙы, эш хаҡын, социаль түләүҙәрҙе даими тормошҡа ашырыу хаҡындағы пунктты ла индереү яғында икән.
Мин быны дәүләт тарафынан граждандарҙың матди хәлен ҡануниәт ярҙамында нығытып ҡуйырға ынтылыу, тип аңлайым. Кем белә, башҡалар өсөн был мәсьәлә яттыр, ә беҙҙең ысынбарлыҡ шәхестең матди мөмкинлектәрен ҡурсалауҙы төп ҡанун нигеҙендә көйләргә мәжбүр. Әгәр халыҡ өсөн гарантия булһа, уның өсөн ауыш бирергә мин әҙер.
Читайте нас: